Акъярский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ауылдың киләсәге — ишле ғаиләлә

/ Просмотров: 62
Ауылдың киләсәге — ишле ғаиләлә
Улар кеүек йәштәр булғанда төбәктең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар.

Йәштәр урамының күркәм йорттарының береһендә Рита менән Йәлил Илембәтовтарҙың йорто башҡаларҙан бер аҙ айырылып тора. Был нурлы йортта дүрт бала тәрбиәләгән, ауылдаштарына матур өлгө күрһәткән йәш ғаилә йәшәй. Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында тыуып үҫкән йәштәр 1997 йылда өйләнешә һәм ошо ауылда төпләнергә ҡарар итә.

— Сибай педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Степной ауылына эшкә килдем, — ти йорт хужабикәһе. – Йәлил ул ваҡытта Әбештә эшләй ине, өйләнешкәс, бында ҡалырға булдыҡ. “Степной” совхозының иң көслө сағы, эшселәр кәрәк, иремә эш табылды, матур итеп донъя ҡорҙоҡ.

Йәштәрҙең тормоштарын йәмләп ҡыҙ­ҙары Айһылыу, Илүзә, Салауат һәм Йән­тимер донъяға килә. Әле өлкәндәре Мәс­кәү медицина институтында табип һөнә­ренә уҡый, Илүзә менән Салауат — мәктәп уҡыусылары, кескәйҙәре лә үҫеп килә. Балаларҙың яратҡан шөғөл­дәре бар, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, спортты ла үҙ итәләр. Күмәкләшеп саңғы­ла йө­рөр­гә ярата Илембәтовтар, районда улар­ҙың ғаиләһен спорт һөйөүсе, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусы булараҡ беләләр. 

Ауыл мәктәбендә балаларға башлан­ғыс белем биргән Рита Фәрит ҡыҙы әлегә декрет ялында, тормош иптәше иһә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, 50 гектар майҙанда бойҙай, арпа, һоло сәскән. Малсылыҡ йүнәлешендә махсус­лашырға уйлаған ғаилә Хөкүмәттән ярҙам алмаған, үҙ көстәре менән фермерлыҡ йүнә­лешендә эш асҡан. Тик үҙҙәре етештергән һөт ризыҡтарын, итте һатыу мәсьәләһе уларҙы борсомай ҡалмай. “Малыңды хәләл көсөң менән тәрбиәләп үҫтер ҙә осһоҙ хаҡҡа алып­һатарға биреп ебәр инде”, — тип борсола йорт хужаһы. Һөттө арзан хаҡҡа һа­тырға тура килеүҙәре лә, йәғни һөткә хаҡтың төшөүе, ауыл ерендә йәшәүсе­ләрҙең кеҫәһенә һуҡмай ҡалмай. Ошоға тиклем Йылайыр районына көндәлек һауған һөттө тапшырғандар, әле үҙҙәре етештереүгә тотонған. Бар аҡты эшкәр­теп, аҙнаһына бер тапҡыр майлата, ҡоротлата баҙарға сығарыу табыш­лы­раҡ, ти хужалар. Өйҙәренән килеп алыусылар ҙа бар, тик иренмәҫкә генә кәрәк.

— Ауыл ерендә йәшәргә була, тик ҡояш менән бергә тороп, ҡараңғы төш­кәнсе эшләргә кәрәк, — ти Йәлил Илем­бәтов. — Ә инде йоҡо яратаһың икән, тимәк, ауыл һинеке түгел. Ана, минең балаларым беҙгә ярҙамлашырға әҙер тора, ҡаҙ-өйрәкте лә ҡарашалар. Күмәкләгәндә генә тормош алға бара, табының етеш һәм мул була. 

Йорт хужабикәһе — шәл бәйләү оҫта­һы. Даны районда ғына түгел, ситтә лә билдәле. Шәл бәйләү, “Ҡорама туй” бәй­ге­ләрендә еңеүсе булған оҫтаның ҡул эштәре төрлө күргәҙмәләргә ҡуйылған. “Дебете өсөн кәзә тотабыҙ, уны яҡшылап ҡарайбыҙ”, — тине геройҙарым. 

Бына шундай тырыш һәм уңған ғаиләләр йәшәй Степной ауылында. Тап улар кеүек йәштәр булғанда, ауылдың бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар. Тормош дилбегәһе ышаныслы ҡулда икәнлегенә үҙебеҙ ҙә ныҡлы ышандыҡ.

Автор фотолары.
Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне