Акъярский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Серле Ҡайын-ҡабаҡ

/ Просмотров: 44
Серле Ҡайын-ҡабаҡ

 

 

Степной ауыл мәҙәниәт йортонда "Серле Ҡайын-ҡабаҡ" бренд сараһы быйыл яңы форматта үтте. Ике йыл рәттән Ҡайын-ҡабаҡҡа арналған сара тәбиғи ҡомартҡы янында ойошторолһа, ошо көндәрҙә ул мәҙәниәт усағында уҙҙы.

Иртәнсәктән байрамса биҙәлгән бинаға ауыл халҡы, өлкәндәр һәм балалар, саҡырылған ҡунаҡтар ағылды. Талғын матур көй, сағыу биҙәлеш, артистарҙың һәм ойоштороусыларҙың мәж килеп әҙерләнеүе - кәйефте күтәреп, тамашаға тағы ла ҡыҙыҡһыныу уятты.

Килгән ҡунаҡтар исемлегендә район мәҙәниәт йорто методистары Гөлиә Иштанова һәм Тамара Минһажева, күрше Иләс ауылы ағинәйҙәре Вилә Рәхмәтова һәм Зилә Шәрипова, Аҡъяр телевидениеһы һәм "Хәйбулла хәбәрҙәре" редакцияһының хәбәрселәре булды.

Сараны алып барыусы ике телдә асып, сәхнәлә сығышын "Дуҫлыҡ" бейеү ансамбленең бәләкәйҙәр төркөмө "Һыу буйында" бейеүе менән дауам итте.

2013 йылда Сибай телевидениеһы һәм «Атайсал» гәзите Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында туризм өлкәһендә яңы «Атайсалдың ете мөғжизәһе» проекты сиктәрендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған Ҡайын-ҡабаҡтың тарихы менән дә таныштырҙы алып барыусы. Сара барышында экранда слайд күрһәтелеп барҙы. Залда Ҡайын-ҡабаҡҡа арналған күргәҙмәләр ҙә урын алғайны.

Степной ауыл мәҙәниәт йортоноң "Ҡараһыу" фольклор ансамбле "Ҡайын-ҡабаҡ буйында" сығышы менән байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Көнһылыу Ҡоланбаева етәкселегендәге ансамбль, ошо тамаша менән февралдә Күгәрсен районы Мораҡ ауылында үткән "Тере шишмәләр" төбәк-ара конкурсында, 30-ҙан ашыу коллектив араһында 1-се урын яулап ҡайттылар.

Тәбиғәткә бәйле викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе тамашасылар. Мәктәп уҡыусылары ла шиғыр һөйләп ишеттерҙе.

Иләс ауылынан килгән география уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Вилә Шәйхитдин ҡыҙы Рәхмәтова һәм Иләс ауыл клубы мәҙәни саралар ойоштороусыһы Зилә Шәрипова Ҡайын-ҡабаҡта табып алған ҡалдыҡтар, белеменит, ҡабырсаҡтар тураһында һөйләне.

 Байрам күңелле йыр-моң менән үрелеп барҙы. Венер Салауатов гармунында уйнап ишеттергән "Попурри" көйҙәре тамашасыларҙы дәртләндереп ебәрҙе. Фойела Зилә Байсурина балаларға "Һаҡыташ", "Күмер йөҙөк", "Йәшерен яулыҡ" башҡорт халыҡ уйындарын күрһәтте.

Сараны йомғаҡлап, Гөлиә Ғәлеаслан ҡыҙы Иштанова ҡыҫҡаса бренд сараһы тураһында һөйләне, ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы ҡотланы.
Степной ауыл мәҙәниәт йорто мәҙәни саралар ойоштороусыһы Көнһылыу Ҡоланбаева Ҡайын-ҡабаҡты алдан фотоға төшөрөп, рамлап эшләгән бүләктәрен үҙе етәкләгән "Ҡараһыу" коллективына, сараға үҙ өлөшөн индереүсе ҡунаҡтарға һәм ауылдаштарға тапшырҙы. Бейеүсе бәләкәй ҡыҙҙарҙы тәмлекәстәр һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Байрамды йәмләп килгән барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Киләһе йылдарҙа ла ошондай фәһемле сараларҙа бергә-бергә осрашырға насип булһын!



#брендовоемероприятие2019
#хайбуллинский район #степновский_сдк